Портал:Көлкөпедия/Башҡортса көләмәстәр
°°°[править]
31 декабрь көнө. Бер ир дуҫына һөйләй:
— Иртә менән биҙәнә башлаған ҡатыным биш тапҡыр хушынан яҙып йығылды.
— Нишләп?
— Матурлығына һоҡланыуҙан инде…
°°°[править]
— Әллә, күрше, сусҡаңа массаж яһайһың инде?
— Тәненә тоҙ ышҡыйым — шулай иткәс, салоһы тәмлерәк була.
°°°[править]
— Ялҡыттың! Мин һинән китәм! Һимеҙлегем тураһында бер туҡтауһыҙ төрттөрөүҙәреңде башҡаса түҙеп тормам!
— Туҡта, йәнем! Китмә инде! Балабыҙ тураһында уйла!
— Ниндәй балабыҙ тураһында?
— Нисек? Һин ауырлы түгелме ни?
°°°[править]
Үлем түшәгендә ятҡан Әхмәҙулла ҡарт ҡарсығына васыяттарын әйтә:
— Өйҙө, «Жигули»ҙы, гаражды Фәрит улыбыҙ исеменә күсерерһең…
— Юҡ, Әҡлимә исеменә!
— Фәрит!..
— Әҡлимә…
— Кем әле бында үлергә йыйына — һинме, минме?
°°°[править]
— Йә, Мансаф, тормош хәлдәре нисек?
— Тиҙәк себене булһам, «Муллыҡта йөҙәм!»- тип әйтер инем.
°°°[править]
Ҡатын:
— Мин был йортта Көлбикә кеүек тоям үҙемде! Йыуам, бешерәм, йыйыштырам…
Ире:
— Кейәүгә сыҡҡас әкиәттәге кеүек йәшәйәсәкһең тип әйттем бит мин һиңә! тимәһенме!
°°°[править]
— Һин, әҙәм аҡтығы, иртәгәһе көн тураһында әҙерәк кенә уйлайһыңмы?
— Әлбиттә, уйлайым, һыраны алты шешә алып ҡайттым бит…
°°°[править]
— Биш ҡап тәмәке, өс шешә һыра бирегеҙ әле!
— Һиңә 18 тулғанмы һуң?!
— Улайһа, ярар, бер шешә «Шихан» лимонадын бирегеҙ.
— Йә! Йәәәә… Һаааай-һай, был бала-сағаны — дөрф итеп ҡабынырға ғына торалар…
°°°[править]
Бер олигархтан интервью алалар:
— Әйтегеҙ әле, тәүге миллионығыҙҙы һеҙ нисек эшләп алдығыҙ?
— Төмән өлкәһендә бер самолёт тултырып ҡар тейәнем дә, Африкаға илтеп һаттым.
— Ҡар һаттыңмы?!.
— Юҡ, самолёт.
°°°[править]
— Кисә үҙебеҙҙең участковый Кәшиф менән һыра эсеп торғайныҡ. «Хәҙер һин миңә господин тип мөрәжәғәт итергә тейешһең», — тине.
— Ә һин?
— Миңә «сэр» тип мөрәжәғәт итһәң, һиңә лә господин тип өндәшермен, тинем.
°°°[править]
Кибеттән ҡайтҡас, ир ҡатынына маҡтана:
— Элеккегә ҡарағанда мин күпкә көслөрәкмен икән, Лилиә. Былтыр 500 тәңкәгә әйбер алһам, күтәреп булмай ине, әле 1000 һумлыҡ ашамлыҡты һыңар ҡул менән елтерәтеп алып ҡайттым.
°°°[править]
— Өләәәс, мин һине бөгөн үлемдән ҡотҡарҙым бит! — ти ейәне, йөрәген тотоп уфтанып ултырған өләсәһенә.
— Нисек итеп, балаҡайым? — тип һорай әбей.
— Врач килгәйне иртән, әәәй, ишекте асманым да ҡуйҙым!..
°°°[править]
Журнал ҡараштырып ултырған бисә иренә өндәшә:
— Ҡара әле, Хисмәт, ризыҡты бешермәйенсә ашау күпкә файҙалыраҡ, тип яҙғандар.
— Шулайҙыр инде. Һин элек тә бешеренергә бик яратып бармай инең.
°°°[править]
Өләсәһе ҡаланан ҡайтҡан бүләсәһенә хәбәр һөйләй:
— Мин бик ҡарт инде… Мин бит хатта полиэтилен пакеттарҙы йыуып-киптергән заманаларҙы ла күргән кеше!..
°°°[править]
— Ниңә беҙҙең хөкүмәт әһелдәре ике йыл һайын пенсия реформаһы үткәрә икән?
— Пенсионерҙар һаны бер ҙә кәмемәй бит.
°°°[править]
Абитуриентҡа имтихан ваҡытында һорау бирәләр:
— Һеҙ Аҡмулла менән танышмы?
— Юҡ.
— Ә Ерәнсә сәсән менән?
— Юҡ.
— Ә Салауат Юлаев, Зәки Вәлиди, Шәйехзада Бабич, Ниғмәти, Рәми Ғарипов, Мостайҙар менән?
— Юҡ.
— Сығырға мөмкин.
Сыҡҡас, ишек янында өймәлшеп торған башҡа абитуриенттар быны һырып ала:
— Ҡабул иттеләрме?
— Юҡ, бында блатың, брат-ысватың буйынса ғына ҡабул итәләр икән, — тигән була, ти.
°°°[править]
Төн уртаһында өйөнә ҡайтып ингән ҡыҙ:
— Ааатааай, әгәр мин әхирәтемдең тыуған көнөнөндә булып ҡайттым икән, ниңә һин мине шунда уҡ иҫерек тип күрәһең ул?
— Мин атайың түгел, ә әсәң! Бына, атаң торһон әле!..
°°°[править]
Булған хәл, ти. Борон берәү кәләше эргәһенә кейәүләп йөрөй икән. Мулдан ғына ыштан тектертеп алған. Бер көн урман аша кәләше янына китеп барғанда оло йомошон йомошларға туҡтаған. Яңы ыштанды йәлләп, сисеп элеп торған хатта… Һәм, һәм кейергә онотоп киткән. Барып еткән кәләш янына, һикегә сәй эсергә ултырған, аяҡты аяҡҡа һалып тороп. Буласаҡ ҡайныһы кейәүенең ыштанһыҙ булыуын шәйләп ҡалған да, ҡатын-ҡыҙ һиҙмәһен тип киҫәтергә булып ымлай ти:
— Кейәү, «донъяң» мул ғына икән!
Ә кейәүе ҡайныһы яңы ыштанды маҡтай тип уйлап:
— Әәәә, чипуха, ҡайным!!! Әле метр ярымы өйҙә ҡалды әле!!! (имеш туҡымаһы артып ҡалған).
°°°[править]
Бер сирле дауаханала операция өҫтәлендә ята икән, ти. Хирургтан һорай был:
— Доктор, операция уңышлы үтһә, мин гитарала уйнай алырмынмы икән?..
— Әлбиттә уйнай аласаҡһың!!!
— Шәәәәәәәп!!! Доктор, мин бит бығаса бөтөнләй гитарала уйнай белмәй торғайным!..
°°°[править]
Уҡытыусы:
— Нәркәс, ниңә һин «мамыҡ» һүҙенең аҙағына йомшаҡлыҡ билдәһе ҡуйҙың?
Нәркәс:
— Мамыҡ бит йомшаҡ була, шуға ҡуйғанмындыр инде, апай…
°°°[править]
— Өлəсəəəй!
— Әү, балаҡайым?..
— Өлəс, ә ҡан тəмлеме ул?
— ??? Ҡайҙан белəйем улым…Ниңə ундай һорау биреп ҡуйҙың ул?
— Атайым əйтә, «Шул өләсең вииис ҡанды эсте!» тине…
— Атаң башһыҙ бит ул!!!
— Тоощно, ул да «Вис башымды кимерҙе!» тип тә әйтәйне шул…
°°°[править]
— Әсәй, һин ҡайҙа тыуғанһың?
— Өфөлә, улым.
— Ә атайым?
— Ул Мәскәүҙә.
— Ә мин ҡайҙа?
— Һин Волгоградта тыуҙың.
— Өсөбөҙ өс ҡалала тыуғанбыҙ, шулай ҙа бер-беребеҙҙе тапҡанбыҙ. Нисек шулай булды икән? — тип аптырай малай.
°°°[править]
— Хәҙерге йәштәр бигерәк ҡотһоҙ кейенә — ҡарағыҙ инде анау егетте…
— Егет түгел, ул — минең ҡыҙым.
— Ғәфү итегеҙ, мин һеҙҙе уның атаһы икәнегеҙҙе белмәгәйнем.
— Атаһы түгел, әсәһе!
°°°[править]
Ике дуҫ һөйләшә:
— Минең өйҙә айына ике тапҡыр оло ғауға сыға…
— Ә беҙҙә һирәгерәк. Миңә получканы айына бер генә бирәләр бит.
°°°[править]
Дума залында депутат эргәһендә йоҡлап ултырған коллегаһын уята:
— Һин нәмә, тәнәфесһеҙ эшләргә булдыңмы ни? Әйҙә, буфетҡа — тамаҡ ялғап алайыҡ!
°°°[править]
— Официант! Һеҙҙең был бифштексығыҙ сусҡа тиреһе кеүек — сәйнәрлек түгел.
— Оҡшамаһа, алмаштырып, кәтлит килтерәйемме?
— Мин бит уны ашай башлағайным.
— Борсолмағыҙ, кәтлит тә ашай башланылған.
°°°[править]
Бер малай әсәһе менән һөйләшә:
— Трамвайҙа бер апайҙың яңылыш аяғына баҫҡайным, шунан ғәфү үтендем дә, ул миңә кәнфит бирҙе.
— Шунан?
— Ә кәнфит бөткәс, уның аяғына тағы баҫтым.
°°°[править]
Йүләрҙәр йортонда эшләүсе табип корридорҙа кроссворд тултырып ултыра, ти.
— Тәәәк, Наполеон тыуған утрау… Нисек атала ине әле ул?.. — ти ҙә, пациентына боролоп — Эй, ахмаҡ, һин ҡайҙа тыуғанһың әле? — тип һорамаһынмы.
°°°[править]
— Ғилмулла, һин миңә тиклем берәйһе артынан йөрөнөңмө?
— Эйе, йәй буйы колхоз быҙауҙарын көттөм.
°°°[править]
— Был кризис миңә ҡайтанан аяҡҡа баҫырға ярҙам итте.
— Эштәрең хутҡа киттеме әллә?
— Ю-у-ҡ. Персональ машинамды тартып алдылар.
°°°[править]
Ир менән ҡатын паркта китеп бара:
— Ҡәҙерлем, бәхетлерәк булып күренергә тырыш әле.
— Нимәгә?
— Ҡаршыбыҙға килгән мужик — минең тәүге ирем.
°°°[править]
Тәүге китабын сығарған бер яҙыусынан интервью алалар:
— Башҡортостанда иң танылған әҙиптәрҙән кемдәрҙе исемләп китер инегеҙ?
— Мостай ағай мәрхүм булғандан һуң, беҙ хәҙер бер-ике генә кеше ҡалдыҡ…
°°°[править]
Режиссёрҙар тәжрибә уртаҡлаша:
— Фильмыңда эшселәр бунтын һүрәтләгән күренеш айырыуса уңышлы сыҡҡан. Быға нисек өлгәштең?
— Ул күренеште төшөрөр алдынан, бухгалтер менән һөйләшеп, актёрҙарға бер аҙна эш хаҡын бирҙертмәй торҙом.
°°°[править]
Бер бабай ихатаһы алдындағы эскәмйәлә кинәнеп китеп китап уҡып ултыра, ти. Эргәһенә күрше өйҙә йәшәгән Зәбир ҡарт килә лә, ҡыҙыҡһынып:
— Ниндәй китап уҡымышың, мырҙам? — тип һорап ҡуя.
— Тарих.
— Ниңә алдашаһың ул, был бит сикс тураһында китап!
— Минең өсөн сикыс — тарих инде! — тимәһенме.
°°°[править]
Бер ханым әхирәтенә тырышып-тырышып аңлата:
— Хәсәнгә кейәүгә сыҡҡанда миңә — 20, уға — 40 ине. Мин унан икеләтә йәш инем. Быйыл Хәсәнгә 70 тулды — тимәк, миңә 35 йәш булып сыға…
°°°[править]
— «Шаляпин» тигән араҡы эсеп ҡарағайным — йырлау һәләтем артманы, «Путинка» тигән араҡы эсеп ҡарағайным — үҙемде сәйәсмән итеп тойманым. Тик «Козел» тигән һыра эсеп ҡарағас ҡына, үҙемдә ниндәйҙер үҙгәреш һиҙемләнем.
°°°[править]
Судья хөкөм ҡарарын иғлан итә:
— Ғәйепләнеүсе, һеҙ 2000 һум штраф түләргә хөкөм ителәһегеҙ. Уйын автоматтарын ватырға башҡаса теләгегеҙ булмаҫ, тип уйлайым…
— Ә штрафты уйын жетондары менән түләргә яраймы?
°°°[править]
Ҡатыны — иренә:
— Әйҙә, бутҡа ашарға ултыр.
— Һин баяғы аш бешерә инең түгелме һуң?
— Бөтәһен дә күреп йөрөмә, алдыңа нимә ҡуйғанмын — шуны аша!
°°°[править]
Мәктәптә:
— Мансур, беҙгә баҡсала үҫкән биш йәшелсәне әйтеп бир әле.
— Ике кишер, өс помидор.
°°°[править]
Уҡытыусы һорай:
— Балалар, кем белә, ниндәй йәшелсәнән күҙҙәр йәшләнә?
Бер малай ҡулын күтәрә.
— Әйҙә, яуап бир!
— Картуфтан!
— Матурлап уйлап ҡара әле, бәлки һуған тип әйтергә теләгәнһеңдер?
— Һуған нисек тейгәнен белмәйем, миңә картуф һелтәп күкәйгә эләктергәйнеләр, күҙ яман йәшләнде!
°°°[править]
Ике таныш осраша:
— Һин ике эштә эшләйһең, тиҙәр, хәҙер аҡсаға байыҡҡанһыңдыр инде?
— Эйе, көнө-төнө эштә булғас, аҡса туҙҙырырға ваҡыт ҡалмай.
°°°[править]
Зыярат эргәһенән ҡурҡышынан ҡалтырай-ҡалтырай бер ҡыҙыҡай китеп бара. Уны арттан кемдер ҡыуып етә лә:
— Ҡурҡаһыңмы? — тип һорай. Ҡыҙыҡай:
— Эйе…
Теге кемдер:
— Һи, таныш хәл, тере саҡта мин дә ҡурҡа торғайным…
°°°[править]
8 синыф уҡыусылары «Бер миллион һум аҡсам булһа нимәгә тотонор инем?» тигән темаға инша яҙып ултыра, ти. Дәрес тамамланыуға 10 минут ҡалды тигәс, Шәкир ҡулын күтәрә.
Уҡытыусы: «Нимә, Шәкир? Яҙып бөттөң дә ме ни?»
Шәкир: «Шәүрә апай, миллионға тағы ла 100 мең һум өҫтәһәм буламы?»
°°°[править]
Идеаль ҡатын менән идеаль ир һөйләшә:
— Бәғерем, бар, дуҫтарың менән балыҡҡа барып ҡайт.
— Күҙ нурым, иҙәнде йыуып бөтмәнем әле!
°°°[править]
— Улым, ниңә математичка менән физруктың үбешкәнен барыһына ла һөйләп бөттөң?
— Һуң, математичка үҙе һораны ла инде…
— Нисек инде үҙе һораны?!
— Дәрестә ултыра инек, миңә: «Зәкир, ниңә көлөп ултыраһың унда. Әйҙә, бөтәһенә лә һөйлә, беҙ ҙә көләйек!» тине…
°°°[править]
Улы атаһынан һорай ти:
— Атай, дәүләт нимә була ул?
— Дәүләт ни, шул ҙур ғаилә кеүек инде: мин- президент, әсәйең-министр, өләсәйең — ФСБ, ә һеҙ балалар — халыҡ, — тип аңлата атаһы.
Бер ваҡыт, атаһы оҙайлы командировкала саҡта улы шылтырата икән:
— Атай, власть алышынды, ФСБ йоҡлай, халык тулҡынлана!!!
°°°[править]
— Илгиз, класығыҙҙа нисә отличник бар?
— Мине иҫәпләмәгәндә — дүртәү.
— Һин отличникмы ни?
— Юҡ. Шуға ла мине иҫәпләмәгәндә тием бит!..
°°°[править]
Атаһы яңы ҡатын алып ҡайтҡан да, улына әйтә, ти:
— Был ҡатын һиңә әсәй ҙә, инәйҙә түгел. Апай була.
Бер көн атай менән ул ҡыйыҡты (өй башы) йүнәтеп йөрөй икән. Өй башында торған малай атаһына ҡысҡыра:
— Еҙнәәә, сөй алып бир әле!
°°°[править]
Уҡытыусы һорай:
— Балалар, кем белә, ниндәй йәшелсәнән күҙҙәр йәшләнә?
Бер малай ҡулын күтәрә.
— Әйҙә, яуап бир!
— Картуфтан!
— Матурлап уйлап ҡара әле, бәлки һуған тип әйтергә теләгәнһеңдер?
— Һуған нисек тейгәнен белмәйем, миңә картуф һелтәп күкәйгә эләктергәйнеләр, күҙ яман йәшләнде!
°°°[править]
Ой, Зәбир, тағы ла инегеҙ, йәме? Һеҙ сығып киткәс шул тиклем рәхәт булып ҡала, был хистәрҙе һүҙ менән генә аңлатып биреп булмай!
°°°[править]
— Ниңә зонтик тотоп йөрөйһөң ул?
— Ямғыр яуа ҡалһа?!
— Бина эсендә ямғырҙан ҡурҡҡан кешене беренсегә күрәмсе!..
— Ә мин ҡурҡмаймын, минең зонтигым бар!
°°°[править]
— Мин Гүзәлиә гә бер ҡараштан ғашиҡ булдым!
— Һәм нимә, өйләндеңме?
— Юҡ, туҡта әле тип, икенсе тапҡыр ҡарап алдым.
°°°[править]
Ҡәйнәһе кейәүенә хәбәр һөйләй, ти:
— Кейәүкәй, әгәр мин «китеп» барһам — ерләмәгеҙ. Яндырығыҙ ҙа, көлөмдө бына ошонда, ҡапҡа эсенә һибегеҙ.
Кейәүе былай тип яуап биргән, ти:
— Юҡ инде, ҡәйнәкәйем! Әҙ генә ел сыҡһа — ҡабат өйгә инергәме!?
°°°[править]
Футболсы — дуҫына:
— Мин бөгөн ике! гол индерҙем бит әле!
Дуҫы:
— Иҫәп ниндәй һуң?
— 1:1…
°°°[править]
Әсәһе 5 йәшлек улына:
— Улым, һеңлекәш алып ҡайтайыҡмы?
— Кәрәкмәй! Атайым да ҡаршы булыр, моғайын. Мин бесәй балаһы алып ҡайтҡас нисек асыуланғанын оноттоңмо ни!
°°°[править]
Ир бәҙрәфтә ултыра, ти. Эй көсәнә был, эй көсәнә… Эргәһенән ҡатыны үтеп барышлай яңылыштан ғына утты һүндергән. Бәҙрәфтән тауыш:
— Аааааааааааааа, Аааааааааааааа!!!
Ҡатыны утты кире тоҡандырып:
— Һөйөклөм, ниңә ҡысҡыраһың ул?
— Алйооот! Мин күҙҙәрем шартланы икән тип ҡурҡтым!
°°°[править]
Бөгөн баҙарҙа сәскәләр һайлап йөрөһәм, остараҡ торған һатыусы ҡысҡыра:
— Минекен еҫкәп ҡара, бер аҙна торасаҡ! — тимәһенме!
°°°[править]
ГАИ хеҙмткәре сираттағы машинаны туҡтата ла, водитель тәҙрәһе янына килеп:
— Шунан, нарушаетемы? — тип һорай.
— Ой, как бутты һеҙ быға шат түгел инде!?
°°°[править]
Ике дуҫ һөйләшеп ултыра, ти. Беренсеһе:
— Ниңә әле беҙ, былай ҙа ауыр тормошобоҙға зарланып, юҡ-бар тураһында һөйләшеп ултырабыҙ ул! Әйҙә, берәй күңеллерәк темаға һөйләшәйек.
— Әйҙә! Һин ишеттеңме әле, кисә беҙҙең уртала йәшәгән күршебеҙҙең "Мерседес"ын урлағандар!!!
°°°[править]
Март айы. Шул, 9 март тирәһе булғандыр, күрәһең. Урамдың ҡап уртаһында ятҡан күләүектә бер ҡатын ултыра, ти. Янынан үтеп барған бер ир:
— Күләүектә нимәһен ҡарап ултыраһың ул?
— Ярамаймы!? Бәлки мин Ҡарһылыуҙыр, ирегәнмендер!.. — тимәһенме.
°°°[править]
Рәсәйгә Ахырзаман килеп, башын тырнай-тырнай ҡарап торған да, былай ти икән:
— Мин бында булғанмын икән! — һәм ары китеп барған.
°°°[править]
Бер ир яҡын дуҫына һөйләй:
— Бисәнең һүҙе артынан ҡотороп эсеүҙе, тәмәкеһен дә ташланым. Кәррт тә уйнамайым хәҙер!
— Һай афариин! Тимәк ҡатының хәҙер бәхет тигәненә төрөнөп кенә йәшәп ята инде!
— Юҡтыр ул… Әрләргә тип ауыҙын аса ла, нисек асҡан — шул урынында ҡата ла ҡуя. Әйтер һүҙ юҡ бит инде хәҙер, юҡ!
°°°[править]
Дауахана. Йәш кенә табип егет бер әбейҙең күкрәк ситлеген тикшерә:
— Бына, инәй, ошолай баҫҡанда үҙегеҙҙе нисек тояһығыҙ?
— Йәш ваҡыттар иҫкә төшөп китә хатта!!!
°°°[править]
Әсәһе улына битен йыуып килергә ҡуша ла, күп тә үтмәй ванна бүлмәһенән малай ҡысҡыра:
— Әсәй, ҡарале, һин нисек уйлайһың?.. Ҡолаҡтар биткә ҡараймы, әллә башҡамы?
°°°[править]
Өйҙә иреш-талаш. Ҡатын менән ир араһында «малайҙы балалар баҡсаһынан кем алырға тейеш» тигән тема киҫкен тора. Ир:
— Мин һиңә тун бүләк иттемме?
— Иттең, шунан?
— Күн, йылы, йөнлө итек бүләк иттемме?
— Иттең, ти!
— Үәәт, кейен дә, барыбалпҡайт!
— Ҡыҙыҡ!!! Ә ниңә һин бармайһың?!
— Нимәм менән, нәски, трусик, ҡырыңғыс һәм күперек менәнме?
°°°[править]
— Үҫеп кенә алайым әле һеҙҙән аҡса һорап та тормаҫ инем!
— Улым, һиңә бит уже 30 йәш…
— …
°°°[править]
Уҡытыусы:
— Диктантың шытыр хата! Нисек улай хаталы яҙырға мөмкин?!
Уҡыусы:
— Ә кем диктантты диктовать итте ә?!
°°°[править]
Тәнәфескә сыҡҡас, Гүзәл үҙенең синыфташына:
— Һинең дәрестә ашап ултырғаныңды бер кем дә күрмәй, тип уйлайһыңмы? — ти.
— Күрһендәр, мин бит уларға барыбер бирмәйем.
°°°[править]
Бер ғаилә ресторанға килеп инә лә, туҡланып алғас, ғаилә башлығы иҫәп-хисаплашайым тип официантты саҡыра. Аҡсаһын сығарып булышҡан мәлдә ҡатыны официантҡа һорау бирә:
— Ашап бөтөрөлмәгән ризыҡтарҙы этебеҙгә алып ҡайтырға мөмкинме икән?
— Әлбиттә мөмкин, хәҙер контейнерға һалып бирербеҙ.
Балалар, шатлыҡтарынан ҡулдарын сәпәкәйләп:
— Урра! Беҙгә эт алалар!
°°°[править]
Эскәмйә. Бабай ултыра унда. Ауыҙы йырыҡ, йөҙө шат, күңел көр. Әллә ҡайҙан күренеп тора — ул тормоштан йәм һәм тәм табып йәшәгән.
— Бабай, бәхетле булыуыңдың сере ниҙә? — тип һорайҙар унан балалар…
— Сере ябай уның, — тип яуап бирә бабай. — Мин үҙемде бер ҡасан да, бер нәмәнән дә сикләмәнем. Эскем килһә аунағансы эстем, тарттым, ябығам, диета тоторға кәрәк тип баш ватманым!
— Ә һиңә хәҙер нисә йәш?
— 29 тула инде…
°°°[править]
Хужа кеше икенсе фирмаға эшкә күсеп китеүсе хеҙмәткәре менән һаубуллаша:
— Бик йәл. Ныҡ эйәләшеп, эҫенеп киткәйнем һиңә. Һине үҙ улым кеүек күрә инем: шундай уҡ яуапһыҙ, ойошмаған һәм эт ялҡауы.
°°°[править]
Ике бесәй һөйләшеп ултыра:
— Ҡайһылай мяутур ғына ҡыҙыл күҙлек кейеп алғанһың ул!!!
— Хужам алып бирҙе… Һоло бутҡаһын фарш тип ашатыр өсөн.
°°°[править]
— Ҡатын ауылда, салбарҙарҙың бөтәһе лә бып-бысраҡ, шуға джинса ыштан һатып алырға тура килде. Кисә төн уртаһына тиклем балаҡтарын тигеҙ итеп ҡыҫҡартып аҙапландым.
— Ҡыҫҡарттыңмы һуң?
— Ҡыҫҡартмай ни, ҡыҫҡарттым…
— Егееет! Ә ниңә шорты кейеп килдең?..
°°°[править]
— Ниңә дәфтәр тышыңа атаңдың фотоһын йәбештереп алдың? — тип һорай әсәһе Рәшиттән.
— Уҡытыусым һораны… Өйгә эшемде эшләргә ярҙам иткән алйотто бер күрергә ине тине.
°°°[править]
— Һеңлем, һин сәй эсәһеңме?
— Юҡ
— Ә беҙ эсәбеҙ,бар сәй ултырт!
°°°[править]
Әсәһе улына:
-Айрат, кем кәнфитте ашаны?
-Өй эйәһе…
Мейестән тауыш:
-Йәле, шыттырма!!!
°°°[править]
Һәр ҡатын-ҡыҙҙың шифоньерында «Кейергә бер нәмәм дә юҡ!» тигән йән эйәһе йәшәй.
°°°[править]
— Туйҙырҙың!!! Ҡәбәхәт!!! Сәстәремде ағартып бөтөрҙөң! Мин һинән китәм!!!
— Һин кем? Һәм ниңә килгәйнең?
°°°[править]
Бер егет тик ҡыҙҙар ғына йәшәгән дөйөм ятаҡҡа килеп инә. Үткер ҡарашлы вахтер инәй, алдында халыҡ дошманы баҫып торамы ни, ҡырыҫ ҡына итеп:
— Һеҙгә кем кәрәк? — тип һорай.
— Ә һеҙ кемде тәҡдим итер инегеҙ? — тип һорамаһынмы теге егет.
°°°[править]
Атай миңә ат бирҙе, «һиңә 22 йәш, һаманда минең елкәмдә ултыраһың, тай» — тине.
°°°[править]
— Ғәфү итегеҙ, беҙ һеҙҙе был тиклем иҫерек килеш театрға индерә алмайбыҙ!
— Ә теге мужик инеп китте бит!!!
— Ул — артист, ул бөгөн төп рольдә!
°°°[править]
Кәйефе тамам ҡырылып төшкән ҡатын иренә үпкәләп:
— Мин һине Яңы йылға ат тиреһенән түгел, шәшке туны бүләк итер тип уйлағайным…
Ире:
— Шәшке йылы килеп етеү менән, һүҙ, шәке туны бүләк итермен йәнем!
°°°[править]
Дәрес бара. Уҡытыусы:
— Балалар, әйтегеҙ әле, беҙҙең өйҙәргә электр ҡайҙан килә?
Рәшит:
— Фәхишхананан.
— Нишләшп улай тиһең, Рәшит?
— Кисә ут һүнгәйне, атайым: «Теге фәхиштәр тағын утты һүндерҙеләр!» — тине.
°°°[править]
— Ҡара әле, «не знаю» нисек тәржимә ителә?
— Белмәйем.
— Ээээххх, береһе лә белмәй…
°°°[править]
Бер ҡыҙ автобуста китеп барғанда, телефоны шылтырата тей. Сумкаһынан телефонын тапмағас.
— Өйҙә ятып ҡалғандыр — тип әйтә тей.
°°°[править]
— Атай, автомат менән винтовка араһында айырма ниндәй?
— Ҙур, улым. Бына күҙ алдыңа килтер: мин нисек һөйләшәм дә әсәйең нисек…
°°°[править]
— Өлəсəəəй!
— əу балам…
— өлəсəй ə қан тəмлеме ул?
— ? мим қайзан белəйем улым…ниңə?
— атайым əйтте, һин уның қанын эсəһең…
— һинең атайың башһыз
— кəнишне һин уның башын былтыр ашап бөткəнһең…
°°°[править]
Ир ҡатынына СМС яҙа: «Ҡәҙерлем, бөгөн эштә аяғымды АУЫРТТЫРҘЫМ. Гөлдәр мине алып килде… Аяғымды ҡыркып ташларҙар, бәлки.» СМС ҡатынынан: «Ә кем ул Гөлдәр?»
°°°[править]
Иртәнге сәй ваҡытында күңелле генә күренгән ҡатыны — иренә:
— Бөгөн бергә йәшәүебеҙгә — 20 йыл. Әллә берәй тауыҡты һуяһыңмы?
— Һин нимә! Бахыр тауыҡтың ни ғәйебе бар бында?!
°°°[править]
— Әссәәәй, эт һатып аләлеее!
— Башымды ҡатырма тинем! Алмайым!..
— Әсәәәәй тинем вит, аааал! Ҡарале ниндәй матууур ғына ул, аҡыллы ғына… Ааааал!
— Әйттем бит — алмайым! Ҡаҡшатма!
— Әсәәәәй, зззинһаааар өсөн генә, әсәәәй, ааааал!
— Изя, ҡаңғыртма мине! Бар, этеңде икенсе берәйһенә һат!
°°°[править]
— Был тиклем дә насар һүҙҙе кемдән ишеттең һин? Атайың да улайтып әйтмәй! — тип әрләй әсәһе 8 йәшлек Рәшитте.
— Ҡыш бабайҙан ишеттем!
— Алдашма!
— Ыыыысссын! Фәнил уға ҡар менән бер бәргәйне ул шулай тине…
°°°[править]
Əбей менән бабай сəй эсеп ултыра икән. Әбей:
— Бабай, ҡара әле, йәшниктән ситуәция ла ситуәция тип хәбәр һөйләйҙәр, уныһы нимəне аңлата ул?..
— Бына, əбей, əгəр мин күрше Гөлъямалға инеп сəй эсһәм — был ситуация була инде…
— Атағатаҡ! Әгəр мин күрше Сабирға инеп сəй эсеп сықһам!?..
— Һин, дауай, бында проституция менəн ситуацияны бутап ултырма йәме!
°°°[править]
Америка Ҡушма Штаттары. Техас штаты. Мәктәп яна. Янғын һүндереүселәр үҙ ара һөйләшә:
— Дауай, мин икенсе ҡаттың тәҙрәһенән уҡыусыларҙы һиңә ырғытам, ә һин аҫта тотоп торорһоң.
— Ок!
Бер нисә минут үткәс:
— Һин ниңә негрҙарҙы тотмайһың ул?..
— Ох, мләт! Мин уларҙы янып-көйөп бөткәндәр икән тип торамдабаһа!
°°°[править]
Бер әҙәм фирмаға эшкә урынлашырға килгән, ти. Бынан һорайҙар:
— Нисә тел беләһең?
— Дүрт.
— Ниндәй телдәр?
— Инглиз, башҡорт, рус, француз телдәре.
— Йә, инглизсә берәй нәмә һупалап күрһәтәле.
— Guttеn tаg!
— Уныһы нимес теле лә инде!
— О, тимәк, биш тел…
°°°[править]
Ире видео ҡарап ултыра, киногеройҙар менән һөйләшә, ниҙер мыңғырҙай:
— Унда барма, барма унда, ахмаҡ!!! Юҡ-юҡ, инмәәә! Ҡас тиҙерәк, ҡааас!!!
Янына ҡатыны килә лә, нимә ҡарайһың, тип ҡыҙыҡһына.
— Беҙҙең туй видеоһын…
°°°[править]
Тарих дәресе. Уҡытыусы Вилданға:
— Һин ҡасандан бирле минең дәрестә булғаның юҡ?
— Рим империяһы тарҡалғандан алып.
°°°[править]
— Фәтих улым, балыҡ майын эстеңме?
— Эстем, атай…
— Аш ҡалағын тултырып эстеңме?
— Юҡ та… Сәнске тултырып.
°°°[править]
Походҡа барғанда уҡытыусы уҡыусыларҙан:
— Беҙ ҡайһы яҡҡа — төньяҡҡамы әллә көньяҡҡамы китеп барабыҙ? — тип һорай.
Нәзир күп уйлап тормаҫтан:
— Көньяҡҡа, — тип яуаплай.
— Ни өсөн шулай уйлайһың?
— Атлаған һайын эҫе була бара бит.
°°°[править]
— Айнур, ни өсөн күрше ҡыҙҙан контроль эште күсерҙең?
— Ә ҡайҙан белдегеҙ, Фәнилә Марат ҡыҙы?
— Бишенсе һорауҙа Айгөл «белмәйем» тип яҙған, ә һин «мин дә» тигәнһең.
°°°[править]
— Ҡыҙым, һин ҡайҙа булдың?
— Тәнзиләлә, мин уға өйгә эш эшләштем.
— Ул бит тик "бишле"гә генә уҡый.
— Мин уға үҙемдең өйгә эштәрҙе башҡарырға ярҙамлаштым.
°°°[править]
Майор атаһына улы өндәшә:
— Ысынлап та, хәрби кешеләр теләһә ҡайһы осраҡта ла тыныс ҡала беләме?
— Ысын, улым.
— Улайһа, мин һиңә көндәлегемде күрһәтәйем әле.
°°°[править]
— Иптәш милиционер, был урамда йөрөү ҡурҡыныс түгелме?
— Ҡурҡыныс булһа, мин йөрөр ине тип уйлайһыңмы?
°°°[править]
Бер әсәнең 10 балаһы булған. Уныһы ла малай икән. Барыһының да исемдәре Гәрәй.
— Ә һеҙ уларҙы нисек айыраһығыҙ һуң? — тип һорағандар унан.
— Аталарының исеме буйынса — тип ғорур яуап ҡайтарған ҡатын.
°°°[править]
— Ҡатының, күрше ҡыҙы менән үбешеп торғаныңды күргәс, нимә тип әйтте?
— Бер һүҙ ҙә әйтмәне. Ә алдағы ике теште мин барыбер алдырам тигән инем инде.
°°°[править]
— Әйт, ҡайҙа йөрөнөң?
— Эштә тотҡарланырға тура килде, ҡәҙерлем.
— Алдашма!
— Ярай, алдашмайынса яуап бирәм: эштә тотҡарланырға тура килде, аждаһа!
°°°[править]
Иҫерек ир урамда бер бесәйгә тап булып, уны өйөнә күтәреп ҡайта. Ишекте ҡатыны аса. Ир:
— Ә был джунгли маймылы!
— Ниндәй маймыл булһын, был бит бесәй! — ти ҡатыны.
— Ҡамасаулама! Мин бесәй менән һөйләшәм!
°°°[править]
Эштән ҡайтып ингән ир ҡатынына:
— Хәлдәрең нисек, күҙ нурым?
— Барыһы ла яҡшы, ҡәҙерлем. Ашарға бешкән, балаларҙың өҫ-башын йыуҙым, әле ойоҡ бәйләп ултырам! Әгәр иртәгә лә Интернет өсөн түләргә онотһаң — һиңә иҫән ҡалыу ю
°°°[править]
— Ата-а-ай, — ти, ҡыҙы, — миңә яңы телефон алып бирәһеңме?
— Ә тылсымлы һүҙ?
— Нәсимә!
— Нәсимә? Йәғни? Ниндәй Нәсимә?!
— Һинең һөйәркәңдең исеме.
— Ниндәй телефон, тиһең, Галакси С5 тиһеңме? Көбө кәрәк буламы?
°°°[править]
Ҡатыны өйөнә туҙынып килеп инә лә иренә
— Тә-ә-әк! Мин бөтәһен дә беләм!!! — тип ҡысҡырып ебәрә.
Ире:
— Ысынмы? Улайһа, әйт әле, Бөйөк Ватан һуғышында Бөрйән районынан нисә яугир ҡатнашҡан?.. — тимәһенме.
°°°[править]
— Алло, сәләм, һин ҡайҙа?
— Мин өйҙә. Ә һин?
— Ә мин һинең менән бер автобуста китеп барам…
°°°[править]
Ике әхирәт серләшә.
— Бер ҡасан да ирем менән балыҡҡа бармаясаҡмын! Башта үтә ҡысҡырып һөйләштем, икенсеһендә селәүсенде дөрөҫ итеп ҡуймағанмын, имеш. Иң ҡурҡынысы аҙаҡ булды — иремә ҡарағанда күберәк балыҡ тоттом.
°°°[править]
— Әйтегеҙсе, ҡаза күреүсе, һеҙҙең ирегеҙ ҡултыҡ таяҡтарында ғына йөрөй бит. Ул һеҙҙе нисек туҡмай алды һуң?
— Ул ваҡытта ул ҡултыҡ таяҡтарында түгел ине…
°°°[править]
— Һөйөклөм, һиңә Яңы йылға нимә бүләк итергә?
— Эй, ҡәҙерлем, белмәйемсе…
— Яҡшы, һиңә уйларға бер йыл ваҡыт бирәм.
Тулыраҡ…
°°°[править]
Балалар теш врачы кабинетына керә.
— Теште алдырырға килгәйнем, — ти берәүһе.
— Ә ҡалғандар бында нәмә эшләй?
— Ә улар минең нисек ҡысҡырғанды тыңларға килгән
°°°[править]
— Мин һеҙҙән «Нисек миллион эшләргә?» тигән китап һатып алғайным. Уның яртыһы тиерлек йыртып алынған.
— Һеҙҙең өсөн ярты миллион аҡса түгелме ни?
°°°[править]
Йәш кенә табиғәт белеме укытусыһы дәресе.
— Ә бөген, балалар, беҙ һеҙҙең менән бер уйын уйнайбыҙ. Ниндәй һүҙ «һ»ға башлана «н»ға бөтә?
Азат:
— Һуған.
— Дөрөҫ. Миңә һинең фекер йөртүең бик оҡшай. Ә ниндәй һүҙ «с»ға башлана "р"га бөтә.
Һылу:
— сөгөлдөр.
— Әйе, һинең фекер йөрөтөүңдә миңә бик оҡшай.
Ә арткы партанан Илнар ҡул күтәрә:
— Бер һорау бирергә мөмкинме?
— Әлбиттә, мөмкин.
— Ниндәй һүҙ «ҡ»ға башлана «ҡ»ға бөтә? Бик уңайлы һүҙ.
— Хәҙер үк дәрестән сығып кит! Иртәгә атай-әсәйең менән килерһең!
Илнар сығып барышлый:
— Был һүҙ «ҡабаҡ» ҡына ине. Әммә миңә һеҙҙең фекер йөрөтеүегеҙ биктә оҡшай.
°°°[править]
Бер малай ағас башына менеп бара аҫтан уның дуҫы ҡыскыра
— һин ул ағаста нимә ҡарайын.
— алма ашайым.
— алйот ул бит ҡайын.
— үҙең һин алйот минең алмам кәҫәмдә!!
°°°[править]
Алты йәшлек малай бер йәшлек ҡустыһының ни мығырлағанын аңлай алмай. Аптырағас, һорап ҡуя:
— Әсәй, ә һин уны ысынлап та башҡорт тип уйлайһыңмы.
°°°[править]
Бер ир ҡулын өҫкә һелтәй-һелтәй автобус артынан югерә.
Кешеләр уға ҡысҡыра:
— Кеше көлдөрмә инде!
— Көлкөгөҙ яңырар әле… Мин бит водитель
°°°[править]
Ҡатын-иренә:
— Нимә,фатир буйлап бысыраҡ носкиҙарың туҙып йөрөй?
— Был реклама акцияһы бара! Ун пар носки йыйһаң 5000мең аҡса биралар.
°°°[править]
Мин элек спорт менән бик ныҡ мауыҡтым — көн дә футбол, хоккей уйнаным, автомобиль уҙыштарында ла беренселекте бирмәй инем… тик компьютерым ватылып ҡына эште боҙҙо.
°°°[править]
Врачта ҡаралып сыҡҡандан һуң, пациент уның янына кире килеп инә:
— Доктор, әйтегеҙ әле, был «Диагноз: Ш.Ғ.Б.» тигән яҙыуығыҙ нәмәне аңлата?
— «Шайтан ғына белә», — тигәнде.
°°°[править]
Киноактриса табипҡа килә:
— Доктор, миңә сисенергәме?
— Юҡ, юҡ, мин кисә генә һеҙ уйнаған яңы фильмды күрҙем.
°°°[править]
Директор кабинетына секретарь ҡыҙ йүгереп килеп инә:
— Әсфәндиәр Фәхриевич, әле генә һеҙҙең машинағыҙҙы урлап киттеләр!!!
— Ә ҡа-ҡараҡтарҙы төҫмөрләп ҡалдыңмы?
— Юҡ, машинағыҙҙың номерын ғына яҙып өлгөрҙөм.
°°°[править]
Ир ҡатынына:
— Нәмәгә һин ауырымаған көйөңә таблеткалар ашап ултыраһың?
— Уларҙың иртәгә сроктары сыға, ҡиммәткә алған яҡшы дарыуҙарҙы сығарып ташламам бит инде…
°°°[править]
— Нишләп Рәсәйҙә юлдар шул тиклем насар икән?
— Эшсе ҡулдар етмәй — бөтә халыҡ машина ремонтлау менән мәшғүл бит.
°°°[править]
— Алло, «Тиҙ ярҙам» хеҙмәтеме? Минең ҡатын тайпыла башланы, тиҙ генә килеп етеүегеҙҙе һорайым. Өй тулы ендәр һикерешеп йөрөй, ә ул береһен дә күрмәй.
°°°[править]
Медицина карточкаһындағы яҙыу:
— Психик сире юҡ. Ябай иҫәр.
°°°[править]
Коммуналканың дөйөм кухняһында ике бисә һөйләшә:
— Ҡара әле, Клава, минең яңы күлдәгем һиңә оҡшаймы?
— Ғәфү ит, Маша, ниңәлер бөгөн талашырға бер ҙә кәйефем юҡ.
°°°[править]
— Самат! Ниңә һин тағы ла лекцияға һуңланың?
— Ғәфү итегеҙ, профессор, мин йоҡлап ҡалғанмын.
— Бәй, һин өйҙә лә йоҡлайһыңмы ни?
Шулай уҡ ҡарағыҙ[править]
- Анекдот (урыҫ)
Был тамамланмаған мәҡәлә. Бәлки автор клавиатураға кофе ҡойғандыр. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып ярҙам итә алаһығыҙ.
|