Статья в рамках языкового портала

Портал:Көлкөпедия/Таҡмаҡтар

Материал из Абсурдопедии
Перейти к навигации Перейти к поиску

Бейе, бейе, Хәйбулла,
Бейегән кеше бай була.
Бейегән кеше бай була,
Кеҫә яғы һай була.


Тышта кемдер йүткерҙе,
Әллә инде эт өрҙө.
Ҡоҙағыйҙың йыуасаһы
Тамағымды бөтөрҙө.


Тау башында тимер капка
Асыла ла ябыла.
Төндә йөрөгән егеттәргә
Һукыр кәләш табыла.


Ике тауык, бер курица
Конькила катается.
Мине һөйгән Иванушка
Һиңә не касается.


Шырпы ҡабы, шырпы ҡабы,
Шырпы ҡабы бушаған.
Беҙҙең ауыл егеттәре
Шүрәлегә оҡшаған.


Ҡыҙҙар кейә ҡыҙыл ыштан,
Беҙгә ҡараһы ла юҡ.
Ҡыҙҙар хәҙер үҙе килә,
Барып алаһы ла юҡ.


Беҙҙең лавка, матур лавка,
Һатыусыһы Миңғата.
Авторитеты төшкән бит —
Беҙҙең урамда ят.


Иртән тороп тышҡа сыҡһам ―
Һыйыр һайрай һарайҙа.
Тауыҡтарға тоҙ ялаттым,
Бесән һалдым ҡаҙҙарға.


Анау килгән тәкәнен
Һындра һуҡтым бәкәлен,
Ике һорап бер бирмане —
Ҡорт ашаһын бәтәген.


Анау килгән машинаға,
Тейәгәндәр быяла,
Йомро ғына бәтәк һекмәй,
Күтте һегеп ҡыяла.


Анау барған тәкәнең,
Һындыра һуҡтым бәкәлен.
Магазинда кәнфит бөткән,
Аша инәң бәтәген.


Анау килгән машинаға
Үҙем ултырам әле.
Һөйгән йәрем туҡһан туғыҙ,
Йөҙгә тултырам әле.


Һайт тигән тауышҡа
Ҡуян ҡасты ҡамышҡа,
Ҡасан ғына була инде
Беҙгә матур абышҡа.


Иртән тороп тышҡа сыҡһам,
Кәзә һайрай шатланып.
Айға осоп барып ҡайттым
Күк һыйырға атланып.


Айға осам, айға осам,
Айға осам иртәгә.
Ракетаны бәйләп ҡуйҙым
Йүгәненән кәртәгә.


Мейес башынан карауатҡа
Тимер юл булһа ине.
Мискә, мискә балдар тейәп,
Поездар уҙһа ине.


Ағиҙелдән кәмә килә,
Икәү ишәләр икән.
Ир-аттарҙы сусҡа иткән
Аҡ баш шешәләр икән.


Иртән тороп, тышҡа сыҡһам,
Һыйыр сәпәкәй итә.
Ҡара һарыҡ гармун тарта,
Тәкә танцевать итә.


Ҡыҙыл башлыҡ, зәңгәр суҡ,
Суғын алһаң, йәме юҡ.
Әллә кемдән үптергәнһең,
Иренеңдең тәме юҡ.


Урман эсенән киләһең,
Урман эйәһе кеүек.
Танауыңды күтәргәнһең
Ишан бейәһе кеүек.


Исемдәре, исемдәре,
Исемдәре Хопотдин.
Һине уйлап килә инем,
Бер соҡорға хоп иттем.


Сығаһың да һөйәләһең
Солан ишектәренә.
Үрмәкестәр оялаған
Танау тишектәренә.


Ағиҙелде аша сыҡтым
Аҡ тауыҡҡа атланып.
«Беҙҙекеләр шулай» — тиеп
Әтәс йөрөй маҡтанып.


Аҡтыр кәзә йөндәре,
Күктер кәзә йөндәре.
Ҡунаҡтары бейеп йөрөй,
Ҡайҙа хозяиндары?


Иртән тороп тышҡа сыҡһам,
Һыйыр сабата кейгән.
Осоп бара, осоп ҡайта
Беҙҙең кәзә көтөүҙән.


— Пожар! — тигән тауышҡа
Выскочила бабушка.
Ике баҡа ҡосаҡлашып,
Инеп китте ҡамышҡа.


Таҡмаҡтар.jpg



Төп биткә күсеү